11 декабрь, Йәкшәмбе

18 февраль 2010 йыл, 16:07

Стәрлетамаҡта йәштәр лидерҙарын һайлайҙар

автор: Эльмира Сабирова

Стәрлетамаҡта «XXI быуат лидеры» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары һәм етәкселәре конкурсының ҡала этабы старт алды. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың төп маҡсаты – йәштәр мөхитендә әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән уңышлы шәхес образы тәрбиәләү, йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең талантлы лидерҙарын һәм етәкселәрен асыҡлау, шулай уҡ ижтимағи хәрәкәт практикаһында инновацион технологияларҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

Конкурста йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары һәм етәкселәре түбәндәге номинациялар буйынса ҡатнаша ала: «Башланғыс профессиональ белем йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары», «Урта профессиональ белем йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары», «Юғары профессиональ белем йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары», «Йәштәр йәмәғәт берләшмәләре етәкселәре».

Ярышты ойоштороусылар — Стәрлетамаҡ хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге һәм Үҙәк төбәктең Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге филиалы.

темалар: йәштәр