10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2010 йыл, 16:03

Өфөлә йәйге оло байрамдарға әҙерләнәләр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә тулы ҡеүәтенә дүрт йәйге байрамға әҙерлек бара. Июндә республиканың баш ҡалаһында бер арала Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө, Салауат Юлаев көндәре һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк.

Әлеге ваҡытта ҡалала байрам сараларын үткәреү менән шөғөлләнәсәк эш төркөмдәре һәм ойоштороу комитеты составы раҫланған. Ҡаланың район хакимиәттәре башлыҡтары һәм Өфө предприятиелары етәкселәре әле үк тантаналы, мәҙәни, спорт һәм шәфҡәтлелек саралары әҙерлеген алып бара. Шулай уҡ оло байрамдар алдынан социаль һәм производство объекттарын сафҡа индерергә йыйыналар, урамдар, майҙандар, скверҙарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарыла.

Быларҙан тыш, ҡалала бина һәм йәмәғәт транспортын Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт символикалары менән тематик биҙәү буйынса ҙур эштәр үткәреләсәк.  

Рәсәй, Башҡортостан һәм Өфөнөң ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары, милләт-ара татыулыҡ, милли-мәҙәни үҙәктәргә һәм йәмәғәт ойошмаларына ярҙам, беҙҙең республикала тел сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу хаҡындағы әллә күпме тапшырыуҙар һәм киң мәғлүмәт сараларындағы баҫмалар йәйге байрамдарға арналасаҡ.    

темалар: байрамдар