10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2010 йыл, 15:38

14-15 мартта Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәге эшләйәсәк

автор: Марина Шумилова

2010 йылдың 14–15 мартында Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы Мәғлүмәт үҙәгенең “2010 йылдың 14 марты – Рәсәй Федерацияһы субъекттарында берҙәм һайлау көнө” эше ойоштороласаҡ, тип хәбәр итә РФ Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәте.  

Һайлау барышын һәм тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы закондар сығарыу органдарына депутаттар, муниципаль берәмектәрҙең һайлаулы органдарына депутаттар һәм башлыҡтар һайлауҙың йомғаҡтарын яҡтыртыу уның төп маҡсаты иҫәпләнә. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәгенә бар мәғлүмәттәр дәүләт “Һайлау” автоматлаштырылған каналдары аша киләсәк.  

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәгендә Рәсәй ирекле һайлау фонды менән “ҡыҙыу линия”ның мобиль пункты урынлаштырыласаҡ.

Мәғлүмәт үҙәгенең эшмәкәрлеге сиктәрендә РФ Үҙәк һайлау комиссияһының рәйесе Владимир Чуровтың, комиссия ағзаларының, дәүләт власы органдары вәкилдәренең һәм һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреү өлкәһе эксперттарының  сығыш яһауҙары көтөлә, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссияларынан тура бәйләнештәр үткәреләсәк.

темалар: һайлау