Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә әҙерләнәләр

Сәйәсәт

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан байтаҡ саралар планлаштырылған.

Мәҫәлән, иртәгә ҡала хакимиәтенең ҙур залында сәғәт 10-да “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Ветерандарға наградаларҙы ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев тапшырасаҡ.

Өфөлә байрам айҡанлы төп тантаналар 23 февралдә үтәсәк. Сәғәт 11-ҙә Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк. Ә сәғәт 12-лә ошонда уҡ 1942-1943 йылдарҙа Баш Кавказ һыртын обороналауға һәм унда Башҡортостандан яугирҙар ҡатнашыуға арналған “Батырлыҡ” хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһәтеләсәк. Реконструкцияла Өфөнөң «Рейд», «Төньяҡ Амурҙары», «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клубтары, «Һуҡмаҡ» һәм «Дозор»  хәрби-патриотик клубтары, «190-сы Очаков пехота полкы» хәрби-тарихи реконструкция клубы, шулай уҡ Межгорьенан, Дәүләкәндән һәм Һамарҙан хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть