8 декабрь, Кесе йома

18 февраль 2010 йыл, 15:04

Мәшһүр конструктор Михаил Калашников Башҡортостанда ял итә

автор: Юлай Мәғсүмов

«Янғантау» санаторийында сираттағы тапҡыр кеше-легенда Михаил Тимофеевич Калашников ял итә. Илебеҙҙең атыу ҡоралы буйынса баш конструкторы, Ҡорал яһау оҫталары союзы президенты, Рәсәй хәрби экспорты генераль директоры консультанты, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәй Геройы Ватанды һаҡлаусылар көнөн ҡунаҡсыл башҡорт ерендә ҡаршылаясаҡ.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мәшһүр ҡорал яһау оҫтаһы әүҙем йәшәү рәүеше алып бара, китаптар яҙа. Михаил Калашников Башҡортостан, «Янғантау» шифаханаһы менән һоҡланыуын белдерҙе. Михаил Тимофеевич үҙе әйтеүенсә, был шифахананың һауыҡтырыу феномены менән ул бер нисә йыл элек танышҡан һәм хәҙер бында ҙур теләк менән дауаланырға килә: «Һеҙҙең яҡ бик матур, мин Башҡортостан тәбиғәтенең иҫ киткес тәбиғәтен яраттым, бында ял итеү үҙе бер рәхәтлек». Ул шифахана хеҙмәткәрҙәрен дә бик йылы, маҡтап телгә алды.