Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөлә 55-тән үткәндәр өсөн компьютер түңәрәге эшләй

Йәмғиәт

Өфөнөң ҡала үҙәк китапханаһында оло йәштәге китап һөйөүселәрҙең һорауы буйынса “Компьютер һәм мин – 55 йәштән үткәндәр өсөн” түңәрәге эшләй башланы. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр иртәнге сәғәттәрҙә бушлай үткәрелә.

«Башинформ» агентлығына китапхананың компьютер залы мөдире, түңәрәк етәксеһе Эльвина Вәлиеваның хәбәр итеүенсә, әле өс төркөм тупланған, яҙылыу дауам итә.

— Дәрестәребеҙ компьютерҙа эшләргә өйрәнергә теләгән хаҡлы ялға сыҡҡандарға иҫәпләнгән, — ти Эльвина. – Бынан тыш, улар бында шәхси компьютерҙарының архитектураһын, уның менән эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһын да өйрәнә ала.  Шулай уҡ төрлө компьютер программаларын, интернет селтәрен үҙләштереүгә махсус курстар ҙа ҡаралған.  

Етәксе әйтеүенсә, Өфө үҙәк ҡала китапханаһының яңы социаль проектында ҡатнашыусыларҙың тәүге төркөмө бик һәләтле уҡыусылар булып сыҡҡан, шулай ҙа уларға дәрестәр планда ҡаралғанса бер йыл дауамында алып барыласаҡ.

Был түңәрәк эшмәкәрлеге хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һандарға шылтыратып белергә мөмкин: (347) 232-35-57.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть