9 декабрь, Йома

18 февраль 2010 йыл, 14:11

«Алтын тирмә» фестивале яңы балалар проектын индерҙе

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале сиктәрендә яңы балалар проекты – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар музыка театрҙары фестивале старт алды. Республика райондарында һәм ҡала округтарында зона һайлап алыу турҙары башланды ла инде, улар бөтә февраль, март һәм апрель айҙарында дауам итәсәк. Фестиваль финалы көҙгә планлаштырылған. Ул ноябрҙә Өфө «Нур» дәүләт татар театрында үтер, моғайын.

Проект координаторы — Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Тәнзилә Ҡалмурзина хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытҡа 10-дан ашыу ҡатнашыусы команданың сығышы ҡаралды ла инде – былар Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Дыуан, Ҡыйғы райондарының ижади коллективтары.

— Музыка театры жанрына балалар коллективтары ҙур энтузиазм менән, дәртләнеп тотондо. Жюри фекеренсә, әле үк яҡшы һөҙөмтәләр бар, — ти Тәнзилә Сәғит ҡыҙы. – Атап әйткәндә, жюри ағзаһы, билдәле башҡорт композиторы Нур Дауытов үҙе өсөн яңы жанр — балалар музыка театрҙары өсөн опера әҫәрҙәрен үҙләштерергә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.

темалар: фестивалдәр