2 декабрь, Йома

18 февраль 2010 йыл, 12:46

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы раҫланды

автор: Любовь Колоколова

РФ Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа министрлығы «Сәнәғәт тармаҡтарында һәм сауҙала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» ведомство маҡсатлы программаһын раҫланы. Программа сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына сәнәғәткә дәүләт ярҙамы программаларында ҡатнашҡан осраҡта мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтеү планлаштырыла.

Программаны тормошҡа ашырыу йүнәлештәре араһында — Рәсәйҙең моноҡалаларында сәнәғәттә һәм сауҙала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү, ватан бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары тарафынан етештерелгән сәнәғәт продукцияһының конкуренцияға һәләтлелек кимәлен күтәреү өсөн сәнәғәт дизайны ысулдарын һәм сараларын киң ҡулланыуҙы тәьмин итеү.  

Сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүен камиллаштырыуға айырым иғтибар биреләсәк.

Программа планлаштырылған сараларҙы тормошҡа ашырыуға бюджеттан өҫтәмә средстволар бүлеүҙе күҙ уңында тотмай, ул бюджеттан ғәмәлдәге йөкләмәләргә ярашлы финансланасаҡ. Финанслау күләме 592 миллион һәм самаһы тәшкил итә. Ведомство маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу 2010 – 2012 йылдарға иҫәпләнгән.

Шуны ла әйтеп уҙайыҡ, республикала 2010 йылда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам перспективалары һәм механизмдары иртәгә, 19 февралдә, « Башҡортостан бизнес-потенциалы» форум-күргәҙмәһе сиктәрендә тикшереләсәк.