7 декабрь, Шаршамбы

18 февраль 2010 йыл, 12:08

Илдус Илешев: «Республика йылы юғары кимәлдә үтергә тейеш»

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Дамир Калимуллин

— Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Указы менән Республика йылы тип иғлан ителгән 2010 йыл Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән мәлдән алып 20 йыл эсендә төбәктең үткән юлына байҡау яһау билдәһе аҫтында үтәсәк. Был яңы республикабыҙ тарихында бик мөһим осор, шуға күрә Республика йылы һәм уның менән бәйле бөтә саралар иң юғары кимәлдә үтергә тейеш. Атап әйткәндә, беҙ һеҙҙең менән юбилей тантаналарын үткәреүҙең техник, шулай уҡ ижади планда ла иң яҡшы сифатын тәьмин итергә тейешбеҙ, — тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев министрлыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышында.

Ултырыш шаршамбы, 17 февралдә, Өфө Конгресс-холында үтте. Ул ведомствоның 2009 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға һәм 2010 йылға бурыстар билдәләүгә арналды.  Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев, шулай уҡ хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәҙәниәт бүлектәре начальниктары, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Быйылға төп бурыстар араһында Илдус Илешев Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының  1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүҙә ҡатнашыуын атаны. Мәҫәлән, майҙа Өфөлә  «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестиваленең төбәк этабы гала-концерты үтәсәк, уға әҙерлек башланды ла инде. Башҡортостандың башҡа райондары һәм ҡалаларында ла ветерандар, тыл хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында бик күп саралар планлаштырылған.

Ведомство быйыл 2010 йылдың июнендә Өфөлә үтәсәк III Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайына ҙур иғтибар бүләсәк. Был мөһим ваҡиға республика баш ҡалаһында донъяның төрлө илдәренән бихисап ҡунаҡтар йыясаҡ. Ҡоролтай эшендә райондарҙан делегаттар ҙа әүҙем ҡатнашасаҡ.

Уҙған йыл йомғаҡтарына килгәндә, Илдус Илешев улар ярайһы уҡ яҡшы ғына булды, тип билдәләне. Ҡайһы бер өлкәләрҙә көрсөк йылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн хатта уңышлы булды.

Мәҫәлән, 2009 йылда республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары халыҡҡа  178,1 миллион һумлыҡ түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтте, был былтырғы кимәлгә ҡарата 103 процент тәшкил итә. Күрһәтелгән түләүле хеҙмәтләндереүҙәрҙең дөйөм күләмендә һәр ваҡыттағыса иң ҙур өлөш театр-концерт ойошмаларына тура килә. Уларҙа план үтәлеше 135,5 процент тәшкил итте.

темалар: коллегиялар