8 декабрь, Кесе йома

18 февраль 2010 йыл, 10:44

Сауҙа-сәнәғәт палаталары мәшғүллек проблемаларын хәл итеүгә тотона

автор: Эльвира Латипова

Кисә Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы инициативаһы буйынса «2010 йылда эшһеҙ халыҡты эшкә урынлаштырыу проблемаларын хәл итеү юлдары» Бөтә Рәсәй интернет-конференцияһы үткәрелде.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан вебинарҙа БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Никин һәм  палата белгестәре, шулай уҡ БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының бүлек  начальнигы Альбина Сәлимова ҡатнашты.

Тема илдең бөтә төбәктәре өсөн дә тиерлек актуаль, шуға күрә Интернет-конференцияның географияһы киң булды.

Вебинарҙа халыҡты эш менән тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға ярҙам дәүләт программалары менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ төбәк Сауҙа-сәнәғәт палаталарының халыҡты эшкә урынлаштырыу һәм эшһеҙҙәрҙе уҡытыу проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса практикаһы ла ҡаралды. Палаталар үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ярославль өлкәһе Сауҙа-сәнәғәт палатаһының көрсөккә ҡаршы үҙәге эше ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.  Волгоград өлкәһе Сауҙа-сәнәғәт палатаһы белгестәре һөнәри йүнәлеш биреү саралары үткәреүҙә үҙ тәжрибәләре хаҡында һөйләне. Эшһеҙлек төп социаль афәт булып торған тольяттиҙар бизнес-инкубаторҙарҙың һөҙөмтәлелеге айҡанлы үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.