3 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2010 йыл, 10:01

Муниципаль хеҙмәткәрҙәр мәғлүмәт технологиялары буйынса квалификацияһын күтәрә

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

17 февралдә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында мәғлүмәт технологиялары буйынса семинар асылды. Район һәм ҡала хакимиәттәре белгестәре дәүләт власы органдарында һәм муниципаль берәмектәрҙә сайттар булдырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе практикала өйрәнә. БР Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәти сәйәсәт идаралығы начальнигы Данил Азаматовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, «семинар үткәреү тотош бер сәбәптәр комплексы менән нигеҙләнә. Уларҙың береһе – урындарҙа грамоталы белгестәр етешмәй. Шуға ла квалификация күтәреү курстары үткәреү инициативаһы менән тап урындағы хакимиәт башлыҡтары сығыш яһауы осраҡлы күренеш түгел. Башҡортостан Президенты ла сайттар булдырыу бурысы ҡуйҙы. Етмәһә, был мәғлүмәт асыҡлығы тураһында федераль закондар талабы ла».

Ике көн буйынса тыңлаусылар интернет-сайт булдырыуҙың төп принциптары менән танышасаҡ. Лекциялар курсына бик күп һорауҙарға яуаптар индерелгән.

Шулай уҡ власть органдарында электрон документтар әйләнеше булдырыу тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Рәсәй Президенты фекеренсә, ул быйыл “тормошҡа ашырылырға тейеш”.

«Башҡортостан был мәсьәләлә илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора, — тип билдәләне Данил Азаматов. – Шулай ҙа мәғлүмәт технологияларын республика ғына түгел, муниципаль кимәлдә лә уңышлы үҫтереү бурысы тора». Ә был бер көнлөк кенә эш булмау сәбәпле, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә компьютер менән оҫта эш итеү серҙәренә төшөнөү менән көндән-көн, даими шөғөлләнергә кәрәк. Дмитрий Медведев белдереүенсә: "Бөгөн компьютер менән файҙаланыу күнекмәләренә эйә булмаған чиновник һөҙөмтәле эшләй алмай, тимәк, ул үҙенә башҡа эш урыны эҙләргә тейеш». «Йә уҡы — йә булмаһа, хуш», — тип иҫәпләй дәүләт башлығы.  

темалар: уҡыу,интернет