3 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2010 йыл, 17:46

2009 йылдың IV кварталындағы йәшәү минимумы күләме билдәләнде

автор: Юлай Мәғсүмов

"Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзине тураһында" һәм "Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһында" БР закондарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 15 февралендәге 48-се ҡарары менән 2009 йылдың дүртенсе кварталында айына уртаса йәшәү минимумы күләме билдәләнде.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы күрһәтеүе буйынса 2009 йылдың дүртенсе кварталында айына уртаса йәшәү минимумы күләме 4274 һум тәшкил итте. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул – 4563 һумға, пенсионерҙар өсөн 3510 һумға тигеҙ булды. Был осорҙа балалар өсөн йәшәү минимумы 4180 һумға тигеҙ.