Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Йылдың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре асыҡланды

Йәмғиәт

Республика халыҡ ижады үҙәге призына «Етегән йондоҙ-2009»  йылдың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” Республика конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Алдынғы мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы Конгресс-холда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә үтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса ете лауреат иғлан ителде. «Иң яҡшы ҡала округы, муниципаль район хакимиәте башлығы» номинацияһында Борай районы хакимиәт башлығы Борис Нурисламов еңеүсе булды. «Ҡала округы һәм муниципаль райондың иң яҡшы мәҙәниәт бүлеге начальнигы» номинацияһында Исламетдин Мәмбәтов (Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы) билдәләнде. «Иң яҡшы ҡала, район, ауыл Мәҙәниәт йорто, ауыл клубы етәксеһе» тип Бәләбәй районының Үҙәк Мәҙәниәт һарайы директоры Георгий Хальзов танылды. Мәҙәниәт һәм ял паркы етәкселәре араһында Туймазы районы үҙәк паркы директоры Дмитрий Ващук айырылып торҙо. Әбйәлил районы мәҙәниәт бүлегенең методика үҙәге мөдире Гөлсирә Әхмәткирәева «Иң яҡшы методист» тип аталды. «Иң яҡшы халыҡ коллективы етәксеһе» номинацияһында Ейәнсура районы Мәҙәниәт йортоноң «Йырау» халыҡ башҡорт фольклор ансамбле һәм «Үҫәргән егеттәре» халыҡ ирҙәр вокаль ансамбле етәксеһе Земфира Абдрахманова еңде. «Йыл меценаты» «Урал аръяғы төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәхим Кирәев булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть