Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәштәр мөхитендә хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иң яҡшы иҫкәртеүгә конкурс

Йәмғиәт

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы үҫмерҙәр-йәштәр мөхитендә хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса эште иң яҡшы ойоштороуға республика конкурсына эштәр ҡабул итеүе тураһында иғлан итә.  

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың төп маҡсаты – үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында гражданлыҡ һәм ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм формалаштырыу, балиғ булмағандар араһында хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса йәштәр сәйәсәте органдарының һәм учреждениеларының эшен әүҙемләштереү.

Бынан тыш, был ошо йүнәлештә ыңғай эш тәжрибәһен асыҡлау, дөйөмләштереү һәм таратыу мөмкинлеге лә.

Конкурс өс этапта үткәрелә. Материалдар 1 мартҡа тиклем түбәндәге адрес буйынса ебәрелергә тейеш: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10. Телефон: 251-57-19.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть