8 декабрь, Кесе йома

17 февраль 2010 йыл, 15:38

Мәрхәмәтлек акцияһы

автор: Марина Шумилова

Халҡыбыҙ борон-борондан эргә-тирәләгеләрҙең шатлығын да, ҡайғыһын да үҙенекеләй күреп ҡабул иткән һәм итә, һәр саҡ иңен ҡуя, һуңғы телем икмәге менән бүлешә. Бөгөн хәбәр итәсәк ваҡиға йәштәрҙең бөгөнгө тормошҡа ҡарашын, уларҙың сәләмәтлеге торошон, кире күренештәргә, килеп тыуған төрлө хәлдәргә ҡарата реакцияһын асыҡлау маҡсатынан уҙғарылды. Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан оло ҡорға әҙерлек һәм уны үткәреү сиктәрендә Ғафури районына мәрхәмәтлек акцияһы ойошторолдо.

Башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған делегация Юлыҡ урта мәктәбендә — уҡыусылар, Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы менән осрашып, улар алдында БР-ҙың юғары категориялы табибы, психиатр-наркологы Рәмилә Әбделғужина, юғары категориялы табип-офтальмолог Фатима Амангилдина  һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса сығыш яһаны. Шулай уҡ алда торған Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек, уның әһәмиәте тураһында ла етди һөйләшеү алып барылды. Сараны музыкаль яҡтан Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының 4-се курс студенты Морат Йәноҙаҡов биҙәне.

Һәр осрашыуҙа мәктәптәргә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты әҙерләгән ҡурайҙар, дискылар, методик әҙәбиәт һәм башҡа бүләктәр тапшырылды. Сәйетбабаға барып етә алмаһалар ҙа, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды идараһы рәйесе Гөлшат Нуриәхмәтова ошо ауылдың крайҙы өйрәнеү музейына  үҙенең видеокамераһын бүләк итеүен үтенеп, уны район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙинға тапшырҙы.

Киләһе акция Борай районына ойоштороласаҡ.