4 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2010 йыл, 15:01

Сәнәғәт предприятиеларының 2009 йылдағы эш йомғаҡтары тикшерелде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә бөгөн сәнәғәт мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

Ҡаланың сәнәғәт предприятиеларының былтырғы эш йомғаҡтары менән йыйылыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, 2009 йылда сәнәғәт производствоһы индексы –  97,6%, шул иҫәптән декабрҙә 105,3 процент тәшкил итте. Ҡаланың ҙур һәм урта предприятиелары тарафынан 233 миллиард һумлыҡ үҙҙәрендә етештерелгән продукция тейәп оҙатылды.

— Ҡала инфраструктураһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып торлаҡ, социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү тора, — тине Альбина Йосопова. – Шулай итеп, финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә былтыр 564,4 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде.

Бынан тыш, ҡалала социаль объекттар төҙөү һәм реконструкциялау буйынса эш әүҙем алып барылды. Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика художество гимназия-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернатының уҡыу-административ бинаһы һәм Өфөнөң 30-сы махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты реконструкциянан һуң сафҡа индерелде. Бынан тыш, Сипайловола 825 урынлыҡ яңы мәктәп, Урал юридик академияһы филиалының уҡыу комплексы һәм башҡа белем биреү учреждениеларының уҡыу корпустары төҙөлә башланы.

Альбина Йосопова сығыш яһағандан һуң ҡаланың ҡайһы бер ойошмалары һәм предприятиелары етәкселәре үҙ коллективтарының уҙған йылдағы ҡаҙаныштары һәм үҙҙәре алдында торған проблемалар хаҡында һөйләне.