Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы программаһындағы үҙгәрештәр раҫланған

Сәйәсәт

16 февралдә Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” башҡарма комитетында сираттағы ултырыш үтте.  Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” башҡарма комитеты ағзалары иҫәбенән Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса Башҡортостан Республикаһы муниципаль район һәм ҡала округы башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыуға яуаплы кешеләр билдәләнде.  Улар урындағы һайлауҙарҙа һайлау һөҙөмтәләрен кире ҡағыуға тиклем хоҡуҡтары булған күҙәтеүселәр булып сығыш яһаясаҡ.  

Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек һәм уны үткәреү сиктәрендә донъя күрәсәк китап продукцияһы исемлеге раҫланды.  

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында башҡорт йәштәре иттифағы һәм уның алдынғылары тирәләй барған ваҡиғалар: респулика баҫмалары редакцияларында, учреждениеларҙа нигеҙләнмәгән тентеүҙәр үткәреү һәм әйберҙәрҙе тартып алыу, йәш йәмәғәтселәрҙе даими ҡурҡытыу ҙур хәүеф тыуҙыра. Башҡарма комитет ағзалары ҡайһы бер структураларҙың башҡорт ижтимағи хәрәкәтенә законһыҙ баҫым яһауына ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе. Ошо сәбәпле Башҡортостан Республикаһы Башҡорт йәштәре иттифағының 2010 йылдың 15 февралендәге белдереүенә ҡушылырға һәм махсус белдереү яһарға ҡарар ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть