Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Баҫма продукция нәшер ителәсәк

Сәйәсәт

16 февралдә Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” башҡарма комитетында сираттағы ултырыш уҙҙы. Уның эшендә Башҡарма комитет ағзалары ҡатнашты. Көн тәртибендә муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында делегаттар һайлау буйынса ойоштороласаҡ конференцияларҙа ҡатнашыу өсөн яуаплылар билдәләнде һәм уларҙың исемлеге раҫланды. Мәғлүм булыуынса, урындарҙа ҡоролтай йыйылыштары 1 марттан 25 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Делегаттар положениеға ярашлы һайланасаҡ. Квоталарҙың кәм тигәндә 30 проценты йәштәр өлөшөнә тура килеүе мотлаҡ.

Йыйылыусылар шулай уҡ Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек һәм уны үткәреү сиктәрендә донъя күрәсәк китап продукцияһы исемлеге буйынса ла фекер алышты, тәҡдимдәрен индерҙе. Йыл дауамында 22 китап сығарыу планлаштырыла. Шуларҙың ҡайһы берҙәре оло ҡорға тиклем, ҡалғандары инде съезд йомғаҡтары буйынса нәшер ителәсәк.

Марат Ҡолшәрипов менән Әмир Юлдашбаевтың “Зәки Вәлиди: сәйәсмән һәм билдәле көнсығышты өйрәнеүсе ғалим”, Рәшит Шәкүрҙең “Баш йортобоҙ – Башҡортостан”, Илгиз Байков менән Рамаҙан Ҡотошевтың “ Дәүләт символикалары һәм гербтары” һәм ошо юҫыҡтағы башҡа китаптар ҙа делегаттар араһында ғына түгел, халыҡ араһында ла үҙ уҡыусыһын табасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть