Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Бал ҡорто. Бал. Умарталыҡ-2010» күргәҙмәһе асылды

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, «Баштехинформ» республика фәнни-техник һәм консультацион үҙәгенең экспозициялар залында, “Бал ҡорто. Бал. Умарталыҡ-2010” II махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды.  

Күргәҙмә умартасыларҙы, умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеүселәрҙе, махсус ҡорамалдар һәм инвентарь эшләүселәрҙе, ғалим, косметолог, апитерапевтарҙы һәм сауҙа вәкилдәрен бергә тупланы.

Умартасылыҡ өлкәһендәге заманса технологияларҙы, умартасылар продукцияһының киң ассортиментын күрһәтеү, һөнәри берләшмәлә хеҙмәттәшлек итеүҙе арттырыу күргәҙмәнең төп маҡсаты һанала.

Бал һәм уның нигеҙендә етештерелгән аҙыҡ-түлек продукттары, ҡортсолоҡ продукттары ҡулланып эшләнгән косметик һәм дарыу препараттары, бал ҡорттары сирҙәрен дауалау һәм профилактикалау препараттары, бал өсөн һауыттар экспозицияға ҡуйылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть