9 декабрь, Йома

17 февраль 2010 йыл, 12:31

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәп депуттар һайлау буйынса участка һайлау комиссиялары ойошторолған

автор: Марина Шумилова

БР Үҙәк һайлау комиссияһының хәбәр итеүенсә, 33-сө бер мандатлы Төньяҡ һайлау округы, бер мандатлы 49-сы Көньяҡ һайлау округы һәм бер мандатлы 50-се Мәләүез һайлау округы буйынса дүртенсе саҡырылыштағы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәп депуттар һайлауҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса Календарле саралар планына ярашлы 341 участка һайлау комиссияһы ойошторолған.

Депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеүгә хоҡуҡлы сәйәси партиялар һәм башҡа субъекттар тәҡдиме нигеҙендә  Асҡын, Балтас, Мишкә, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Йылайыр һәм Мәләүез райондары территориаль һайлау комиссиялары менән участка һайлау комиссиялары ойошторолған. Уның составына “Берҙәм Рәсәй” партияһының 341 вәкиле, КПРФ-тан -  242, ЛДПР-ҙан – 157, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән 208 вәкил ингән.

Территориаль һайлау комиссиялары үҙҙәренең ултырышында участка комиссияларының рәйестәрен дә билдәләне. 20 февралгә тиклемге арала участка һайлау комиссиялары ойоштороу мәсьәләләре буйынса ултырыштар үткәрәсәк, уның барышында рәйес урынбаҫарҙарын һәм сәркәтиптәр һайлау ҡаралған.

темалар: һайлау