10 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2010 йыл, 12:30

«Именлек-2010» күргәҙмәһендә Өфө предприятиелары продукцияһы

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә асылған «Именлек-2010» XVII төбәк-ара махсус күргәҙмәлә «БЭТО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Старт» заводы продукцияһы ҡуйылған. Өфөнөң был предприятиеһы «Универсал» оператив элемтә пультын эшләгән, уны милицияның дежур часында, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында, шулай уҡ сәнәғәт объекттарында һәм дәүләт идара итеү органдарында файҙаланырға мөмкин.

«Универсал» пульты идаралыҡтың ведомство элемтәһен ойоштороуҙы талап итеүсе төрлө звеноларында оператив, диспетчер, директор, селектор элемтәһен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән. Пульт телефон һәм ҡысҡырып иғлан итеү бәйләнешен тәьмин итә,  автоматик һәм ярымавтоматик режимда эшләй. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда айырыуса һөҙөмтәле.

Күргәҙмәлә шулай уҡ Өфөнөң «Андерсон», «Егоза», «Техохрана» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Волкодав» һаҡ агентлығы төркөмө, «Форт Диалог» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте кеүек предприятиелары продукцияһы һәм технологиялары ла күрһәтелә. Бынан тыш, производство именлеге һәм сәнәғәт экологияһы, янғын хәүефһеҙлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау буйынса белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорттары – ӨДАТУ һәм ӨДНТУ үҙ экспозицияларын ҡуйған.