10 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2010 йыл, 11:55

Өфөгә илебеҙҙән аспиранттар һәм ғалимдар йыйылды

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт авиация техник университетында аспирант һәм йәш ғалимдарҙың “Фән һәм техниканың актуаль мәсьәләләре” V бөтә Рәсәй ҡышҡы мәктәп-семинары асылды. Был сараның «У.М.Н.И.К.-Башҡортостан 2010» бөтә Рәсәй конференция-конкурсы этаптарының береһе булыуын билдәләргә кәрәк. Фәнни форумда ҡатнашыуға баш ҡалаға илебеҙҙән 150-ләп тикшеренеүсе йыйылған.  Инновацион эшмәкәрлек аша үҙ аллы үҫешергә ынтылған йәш ғалимдарҙы табыу, йәштәрҙең фәнни-техник инновацион эшмәкәрлектә күпләп ҡатнашыуын булдырыу программаның төп маҡсаты иҫәпләнә.

"Башинформ" агентлығына ӨДАТУ-нан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп-семинар эше алты фәнни секцияларҙа үтә: мәғлүмәт технологиялары; химия, яңы материалдар, химик технологиялар; машиналар төҙөү, электроника, приборҙар төҙөү; иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү; иҡтисади үҫештең теоретик и практик мәсьәләләре; тәбиғәт фәндәре.

20 февралдә форумға йомғаҡ яһаласаҡ.

темалар: фән