11 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2010 йыл, 11:17

Күмертауҙа «Еңеүгә салют» зона фестивале үтте

автор: Олеся Подбельская, Марина Шумилова

Күмертауҙағы “Еңеүгә салют” халыҡ ижады зона фестивале ветерандарҙы “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы” юбилей миҙалдары менән бүләкләүҙән башланды. Ҡала округы ҡала хакимиәте башлығы Сергей Афонин ҡала ветерандар Советы ағзаларына, ҡатын-ҡыҙҙарға — һуғышта ҡатнашыусы, “Фронт әхирәттәре клубы” алдынғыларына юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Ике меңдән ашыу һуғыш ветераны һәм тыл хеҙмәтсәндәре был миҙалдарҙы февраль дауамында алып бөтөргә тейеш. Тантаналы бүләкләүҙәр ҡаланың белем биреү учреждениеларында һәм клубтарҙа үтәсәк.  

Фестиваль ветерандарға матур ижади бүләк булды. “Дуҫлыҡ” республика мәҙәни-методик үҙәге сәхнәһенә Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондары һәм Мәләүез, Күмертау ҡалаларының ижади коллективтары концерт программаларын сығарҙы. 500-ҙән ашыу үҙешмәкәр артистар тамашасыға сағыу, матур тойғолар бүләк итте. Бигерәк тә йәшлектәрендәге фронт йырҙары ветерандар күңеленә хуш килде.

Республиканың билдәле артистарынан, мәҙәниәт өлкәһе белгестәренән торған жюри иң яҡшы ижади коллективтар исемен атаны. Улар Өфөлә май айында үтәсәк гала-концертта сығыш яһаясаҡ. Баһалама ағзаһы Кәримә Кайданова фестивалгә юғары баһа бирҙе.

— Сәхнәлә барғандарҙың юғары мәҙәнилеген билдәләр инем, — ти ул. — Күмертаулылар сығышы оҡшаны, шул тиклем ихлас һәм йәнле күренеш.

темалар: фестивалдәр