Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҙур йәшмә запастары табылды

Иҡтисад

2009 йылда БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы биҙәү таштары буйынса тикшеренеүҙәрен тамамланы. Эҙләнеү эштәрен федераль бюджет средстволары иҫәбенә «Диор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үткәрҙе. "Башнедр" башлығы Рәсих Хәмитов һөйләүенсә, был өлкәлә тикшеренеүҙәр 2007 йылдан алып барылды. Белгестәр республиканың Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарындағы бөтә билдәле йәшмә ятҡылыҡтарын баһалау үткәрҙе. Был уникаль биҙәү ташының прогноз ресурстары билдәләнде: 2,4 миллион тонна кондицион таш. 14 яңы йәшмә ятҡылығы асыҡланды. 50 километр киңлегендә йәшмә бүлкәте бөтә республика аша – Миәстән Ырымбур өлкәһенә тиклем – үтә. Башҡортостан Республикаһы йәшмәләренең фототекаһы һәм литотекаһы әҙерләнгән.

Йәшмә — Уралда ғына булған бик матур декоратив таш. Уның төҫтәр гаммаһы бик бай, таш бик яҡшы шымартыла. Уның өҫтөнлөктәрен донъяның ҙур музейҙары баһаланы. Был таштан эшләнгән әйберҙәр Луврҙа һәм Эрмитажда бар.

Үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә яҡын арала лицензиялар алыуға аукциондар иғлан ителәсәк. Был яғына йәшмәне законлы юл менән таба башлаясаҡтар.

Ташты эшкәртеү һәм уны декоратив шкатулкаларға, сувенирҙарға, ювелир изделиеларына әйләндереү менән республиканың һынлы сәнғәт кәсебе предприятиелары шөғөлләнә. Таш буйынса рәссамдар, Урал оҫталарының боронғо традицияларын дауам итеп, йәшмә нигеҙендә флорентия мозаикаһы производствоһын тергеҙә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть