6 декабрь, Шишәмбе

17 февраль 2010 йыл, 10:51

Бөгөн Өфөлә архитектура проекттарының күргәҙмә-конкурсы асыла

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн Өфөлә, Архитектор йортонда (Пархоменко урамы, 101/1), “2009 йылдың иң яҡшы проекты” республика күргәҙмә — конкурсы асыла.

Уны БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы һәм БР Архитекторҙар союзы ойошторған.  

Экспозицияла архитектура һәм ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың төрлө йүнәлеше буйынса 60-тан ашыу эш урын алған. Уларҙың авторҙары араһында йәш архитекторҙар ҙа, билдәле профессионалдар ҙа бар. Ижади коллективтар, проектлау ойошмалары, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм төҙөлөш колледжы студенттары үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итә.

Конкурс комиссияһы күргәҙмәнең беренсе көнөнән үк эш башлай. Экспозицияла былтырғы йыл дауамында ижад ителгән эштәр ҡуйылғанға күрә, иң уңышлы эштәр 2009 йылдың иң яҡшы проекты исемен алыуға хоҡуҡлы буласаҡ. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнә. Конкурсҡа 27 февралдә йомғаҡтар яһаласаҡ.

Архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнөң иң яҡшы проекттары өлгөләре менән теләге булған һәр кем таныша ала. Күргәҙмәгә инеү бушлай.