Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Милли китапхананың Балалар уҡыу үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар аҙнаһы үтә

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының Балалар уҡыу үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар аҙнаһы үтә. Уның сиктәрендә илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары өсөн батырлыҡ сәғәттәре, хәрби – патриотик викториналар, “һалдат” турнирҙары, шулай уҡ был матур датаға арналған китаптар күргәҙмәһе үткәрелә.  

Ватанды һаҡлаусылар аҙнаһы сараларында 49-сы мәктәптең 3-6-сы кластары уҡыусылары ҡатнаша, тип “Башинформ” агентлығына хәбәр итә Балалар ижады үҙәге бүлеге мөдире Светлана Харисова.

— Беҙҙең сарала ҡатнашыусы малайҙар был көндәрҙә, оялып тормайынса, көс-ғәйрәтен, таһыллығын, сыҙамлылығын һәм эрудицияһын күрһәтә ала. Ә класташ ҡыҙҙары иһә, ватанды һаҡлаусылар йәшенә етмәһәләр ҙә, уларҙы байрамы менән ҡотлаясаҡ, — ти Светлана Харисова. — Ваҡыты еткәс, был егеттәребеҙҙең ватанды һаҡлаусылар рәтен арттырыуҙарына ышанабыҙ, ә беҙ үткәргән сара уларҙың әҙерлегенә ярҙам буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть