Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт тай-бокссылары – Силәбе өлкәһе беренселегендә еңеүсе һәм бүләкләнеүселәр иҫәбендә

Йәмғиәт

Башҡортостандың тай боксы буйынса йыйылма командаһы 13-14 февралдә Силәбе өлкәһе беренселеге менән чемпионаты үткән Силәбенән триумф менән әйләнеп ҡайтты.

"Башинформ" агентлығына команданың баш тренеры Ирек Әбделмәновтың хәбәр итеүенсә, ярыштарҙа Силәбе өлкәһенән, Пермь крайынан һәм Башҡортостандан бөтәһе 120 спортсы ҡатнашҡан. Башҡортостандың алышҡа сыҡҡан алты тай-бокссыһы ла еңеүселәр исемлегенә эләккән.  Иң юғары баҫҡысҡа Александр Мозырев (до 57 кг) һәм Светлана Усманова (до 60 кг) күтәрелгән.

Көмөш миҙалдарҙы Далер Мирзоев (до 51 кг), Ғүмәр Ихсанов (до 42 кг), Тимур Ташбулатов (до 57 кг) һәм Евгений Федотов (до 60 кг) яулаған. Ташбулатов һәм Федотов та юғары пробалы миҙалдарға дәғүә иткән, ләкин финалда Тимур Силәбенең көслө спортсыһы, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе Турал Джаниевты үтә алмаған, ә Евгенийҙы көсөргәнешле көрәштә Силәбе тай-бокссыһы Денис Шакирйәнов алтын миҙалһыҙ ҡалдырған.  

Теги: тай боксы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть