11 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2010 йыл, 10:02

Парламент мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының позицияһын яҡланы

автор: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте

Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса социаль яҡлау сараларын билдәләү буйынса вәкәләттәрҙе Рәсәй Федерацияһы субъекттарына тапшырыуҙы күҙ уңында тотҡан федераль закон проектын ҡарай, шул уҡ ваҡытта торлаҡ бинаға, коммуналь хеҙмәттәргә түләү йәһәтенән төбәк йөкләмәләрен билдәләү тәртибе һәм ауыл мәктәптәре уҡытыусыларына ошо льготаларҙы финанслауҙың йыйылма күләмен һаҡлап ҡалыу принцибы федераль кимәлдә раҫланмай. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы, Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы күҙалланған үҙгәрештәр менән килешмәүен белдерҙе һәм парламентарийҙарҙың ҡаралған закон проекттарына мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында үҙебеҙҙең закондар сығарыу органына мөрәжәғәт итте.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе  Константин Толкачев был мәсьәлә буйынса профсоюздарҙың позицияһын тулыһынса хупланы. Республика парламенты етәксеһенең Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызловҡа мөрәжәғәтендә, тәҡдим ителгән закон проекты ауыл уҡытыусыларының йылылыҡ һәм яҡтылыҡ менән тәьмин ителгән бушлай торлаҡ майҙанға әле ғәмәлдә булған хоҡуғын юҡҡа сығара, тиелә.

Бындай закон проектын ҡабул итеү, Константин Борисович билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһының ниндәй субъектында йәшәүенә ҡарап, ауыл педагогия хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын сикләүгә килтерәсәк.  Башҡортостан парламентарийҙары фекеренсә, закон проекты тәҡдим ителгән редакцияла ҡабул ителә алмай, сөнки ул тейешле закон акттарын эшләгәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттары нигеҙләнергә тейешле йөкләмәләрҙе билдәләүҙең федераль кимәлдә берҙәм тәртибен билдәләү; ауыл ерендәге педагогия хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ биналарға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса льготалар биреү йәһәтенән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы финанс тәьмин итеүенең бюджет-ара мөнәсәбәттәрендә иҫәп-хисап механизмын билдәләү; Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында ауыл ерендә, эшселәр ҡасабаларында (ҡала тибындағы ҡасабаларҙа) эшләүсе педагогия хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса льготаларҙы финанслауҙың йыйылма күләмен һаҡлап ҡалыу принцибын билдәләү кеүек өс төп мәсьәләне хәл итеүҙе күҙ уңында тотмай.

Федераль закондар сығарыусы Рәсәй Федерацияһының иң эре субъекттарының береһендәге парламенттың фекерен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, тип ышана депутаттар.