4 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2010 йыл, 9:26

"Афған ҡанаттары" Өфөлә

автор: Ирек Мөхәмәҙиев | фото: Ирек Мөхәмәҙиев

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саралар сиктәрендә Өфөнөң 14-се мәктәбе уҡыусыларының Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуы үтте. Хәрби-патриотик акцияны БР Милли музейы һәм “Хәрби туғанлыҡ” бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика бүлексәһе ойошторҙо.

Осрашыу йәнле һөйләшеү формаһында үтте, уҡыусылар Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында ҡуйылған “Афған ҡанаттары” күргәҙмәһе менән танышты. Афғанстан демократик республикаһында айырым вертолет полкы менән етәкселек иткән подполковник Илдус Хәлитов балаларҙы тарихи ваҡиғалар һәм үҙенең үткән юлы, ерҙәге ғәскәрҙәргә ярҙам итеүҙә авиацияны ҡулланыу алымдары, ғәскәр колонналарын авиация ярҙамында һаҡлау, хәрбиҙәрҙе десантлау, яралыларҙы эвакуациялау хаҡында һөйләне.

“Хәрби туғанлыҡ” алдынғыһы, запастағы полковник Альберт Шаһиморатов һәм БР Милли музейы директоры, запастағы полковник Ғәли Вәлиуллин ҡыҙҙар һәм егеттәргә үҙәк Азия иленең тарихы, иғлан ителмәгән һуғыш барышында совет яугирҙарының, шул иҫәптән Башҡортостан егеттәренең ҡаһарманлыҡ һәм геройлыҡ күрһәтеп, тәүге тапҡыр халыҡ-ара терроризмға һәм наркомафияға ҡаршы сығыуы тураһында бәйән итте.