Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ташҡынға әҙерлек бара

Сәйәсәт

16 февралдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 2010 йылда Башҡортостан Республикаһы территорияһында яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планын раҫланы.

Документ быйылғы ташҡын һыуҙарын имен-аман үткәреү буйынса саралар комплексын һәм башҡарыусыларҙы билдәләй. Ташҡын алдынан биш авария шартлатыусы бригадаһы маҡсатлы инструктаж үтәсәк, ә 15 марттан юғары хәүефле объекттарҙа тәүлек әйләнәһенә дежур итеү ойоштороласаҡ.

Ташҡын осоронда һыуҙың бысраныуына юл ҡуймау өсөн ҡалдыҡ һыуҙар ағымына яҡын ятҡан һыу объекттары БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитика контроле баш идаралығы күҙәтеүе аҫтында буласаҡ.

Бойороҡ менән шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев рәйеслегендә республика ташҡынға ҡаршы комиссияһы составы раҫланды.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть