9 декабрь, Йома

16 февраль 2010 йыл, 16:57

Бүздәк районында «Фронтовикка минең бүләгем» конкурсы иғлан ителде

автор: Сергей Захаров

«Фронтовикка минең бүләгем». Бүздәк районында мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында иғлан ителгән конкурс шулай атала. Был конкурсҡа төрлө сувенирҙар, һүрәттәр, фотолар, ҡул эштәрен алып килергә мөмкин. Төп шарт – улар үҙ ҡулың менән яһалырға тейеш. Бар эштәр ҙә урындағы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында айырым экспозицияла урын аласаҡ. Был турала “Бүздәк хәбәрҙәре” гәзитенә һылтанма менән Бүздәк районы хакимиәтенең рәсми сайты хәбәр итә. Ижади ярыш алдағы Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арнала һәм үҫеп килеүсе йәш быуында ватансылыҡ тойғоларын һәм оло быуын вәкилдәренең хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлыҡтарына, Ватандың героик батырлығы, яулаған үрҙәренә ихтирам тойғоһо тәрбиәләүҙе маҡсаты итеп ҡуя.  

темалар: конкурс