10 декабрь, Шәмбе

16 февраль 2010 йыл, 16:44

«Витязь» яңы ҡоролма - универсаль быраулау комплексы сығарҙы

автор: Любовь Колоколова

Ишембайҙың «Витязь» Машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ДТ-30ПС-1 ике звенолы гусеницалы транспортеры нигеҙендә сиктән тыш ҡатмарлы юл һәм климат шарттарында эшләргә һәләтле универсаль быраулау комплексын етештереүҙе үҙләштерҙе. Бындай техникаға һауа температураһының ҡырҡа айырылыуы ла ҡурҡыныс түгел: ул + 40 градустан алып -50°С градусҡа тиклем температурала эшләй ала.

Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике звенолы транспортер базаһындағы универсаль быраулау комплексы мәңгелек боҙлоҡ зонаһында ла, шулай уҡ юғары дымлы тупраҡта ла скважиналар быраулау өсөн тәғәйенләнгән. Уны бина, ҡоролмалар нигеҙҙәре, күпер төҙөгәндә, электр линиялары, ер өҫтөнән газ һәм нефть үткәргестәр һалғанда ла ҡулланырға мөмкин. Быраулау тәрәнлеге алты метрға етә.

Тағы бер өҫтөнлөгө — ҙур йөк күтәреүсәнлеге һәм һыйҙырышлылығына өҫтәп ауыр юл-климат шарттарында һәр ерҙән үтә алыу күрһәткесе лә юғары. Йылдың ҡайһы миҙгелендә лә алдан инженер әҙерлекһеҙ эштәрҙе башҡарыу мөмкинлеге объекттарҙы төҙөүгә сығымдарҙы кәметә. Универсаль быраулау комплексы нефть-газ тармағында ла, шулай уҡ энергетика, төҙөлөш һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтарында ла ҡулланыуға бик уңайлы.