6 декабрь, Шишәмбе

16 февраль 2010 йыл, 16:38

«Башинком» бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә алтын миҙал яуланы

автор: Гүзәл Ибраһимова, Ғәлиә Нәбиева

Волгоградта  «Агросәнәғәт комплексы» «Фермерлыҡ хужалығы. Баҡса. Ихата»  бөтә Рәсәй махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтте. Башҡортостандан унда «Башинком» фәнни-үҙләштереү предприятиеһы ҡатнашты. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар исемлегендә Новосибирск, Липецк, Мәскәү, Һамар, Калуга өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан һәм илебеҙҙең тағы бер нисә төбәгенән 41 предприятие бар. Күргәҙмәне ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар әйтеүенсә, Башҡортостан компанияһының экспозицияһы сағыулығы, тулылы һәм кешене күп йәлеп итеүе менән айырылып торған.

«Башинком» тотороҡло, сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа уңыштың нигеҙе һаналған Фитоспорин һәм ГУМИ кеүек үҙенсәлекле биопрепараттар серияһын тәҡдим иткән. Яңылыҡтар араһында биофунгицид-Фитоспорин-М белгестәр иғтибарын яулаған. Был продукция әлеге мәлдә башҡорт ғалимдарының партнеры – Волгоградтағы дүрт предприятиеның келәтенә килтерелгән дә инде.

Күргәҙмәне ойоштороусылар беҙҙең предприятиеның продукцияһына лайыҡлы баһа бирҙе.  «Башинком» «Ашлама өсөн. Үҫемлектәрҙе һаҡлау сараһы» номинацияһында алтын миҙал яуланы.

«Башинком»дың тәбиғи компоненттары нигеҙендәге продукцияһы Европа илдәренә, АҠШ, Ҡытай, Корея һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә экспортлана.