9 декабрь, Йома

16 февраль 2010 йыл, 15:34

Раил Сарбаев Финляндияның ағас эшкәртеү буйынса тәжрибәһен өйрәнәсәк

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил  Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Финляндияға эш сәфәре башланды. Һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы — ағас эшкәртеү тармағында хеҙмәттәшлек урынлаштырыу.

— Йылдан-йыл ҡартайған урмандар күбәйә бара, урман эштәре уны ҡырҡып һатыуға ғына ҡайтып ҡала, — тип, 2009 йылда Раил Сарбаев был проблеманы бер нисә тапҡыр күтәрҙе. – 5,5 миллион гектар урмандарыбыҙ була тороп, нефть эшкәртеүгә һәм нефтехимияға ғына ҡарап йәшәү һис килешмәй. Был беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ уны оҫта, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ.

2010 йылдың 22 ғинуарында журналистар менән йомғаҡлау матбуғат конференцияһында ул комплекслы программа нигеҙенә һалынған урман тармағын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне:

–Ғәмәлдәге предприятиеларҙы реконструкцияларға, түбән сортлы һәм йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы тәрән эшкәртеү буйынса производство ҡеүәттәре булдырырға кәрәк. Инвестициялар кәрәк. Һәм беҙгә бәләкәй бизнесты был өлкәгә әүҙемерәк йәлеп итеү мөһим, — тип өҫтөнлөктәрҙе билдәләне Премьер-министр.

Шул саҡта уҡ Раил Сарбаев, республика Финляндия тәжрибәһен өйрәнәсәк, тип хәбәр иткәйне.

Башҡортостан менән оҡшаш климат шарттарына эйә булған Финляндия каркаслы йорттар етештереү буйынса донъяла алдынғы позиция биләй – ошондай предприятиеларҙың береһенә барыу сәфәр программаһына индерелгән.

Сәфәренең һуңында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Финляндияның «Jarvilakia» Урман сәнәғәте ассоциацияһы президенты Ристо Уитти әфәнде менән осрашасаҡ һәм уның менән урман сәнәғәтселәренең хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерәсәк.

Делегация составына БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрының беренсе урынбаҫары Вилорий Якупов, урман хужалығы министры урынбаҫары Ғәлим Асҡаров ингән.