8 декабрь, Кесе йома

16 февраль 2010 йыл, 14:40

Стәрлетамаҡ районы малсылары һауым буйынса алда бара

автор: Ғәлиә Нәбиева

Стәрлетамаҡ районы малсылары бөгөн һәр һыйырҙан уртаса 14 килограмдан ашыу һөт һауа. Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был былтырғы кимәлдән бер килограмға күберәк. Һәм был ҡышлатыу иң ауыр осорона аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан. Мал аҙығы запастары наҡыҫлана, яҙға табан уларҙың сифаты ла насарая. Былар барыһы ла район игенселәренең быйылғы ҡышлатыу осорона мал аҙығы базаһын мул итеп әҙерләүе хаҡында һөйләй.

Райондың ауыл хужалығы предприятиелары буйынса йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса һауым 585 килограмм тәшкил итте. Тулайым һауым — 4757 тонна, 4030 тонна һөт һатылған. Был күрһәткестәр ҙә былтырғы кимәлдән юғарыраҡ.