10 декабрь, Шәмбе

16 февраль 2010 йыл, 12:35

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштороу комитеты Мөрәжәғәт ҡабул итте

автор: "Башинформ"

Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү буйынса Республика ойоштороу комитеты предприятие, ойошма, учреждение, хужалыҡтар етәкселәренә, эшҡыуарҙарға һәм Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында, БДБ илдәрендә һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәгән граждандарға Мөрәжәғәт ҡабул итте.

«Башинформ» агентлығы был Мөрәжәғәт тексын бирә:

"2010 йылдың 11-12 июнендә Өфөлә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә. Ул башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың телдәрен артабан үҫтереүгә, социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни торошон яҡшыртыуға, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш.

Башҡортостан Республикаһында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уны үткәреү, Ҡоролтай делегаттарының уңышлы эшләүен тәьмин итеү өсөн халыҡ-ара талаптарға ярашлы шарттар булдырыу буйынса ҙур ойоштороу эше йәйелдерелде.

Ошо маҡсаттарҙа беҙ предприятие, ойошма, учреждение, хужалыҡтар етәкселәренә, эшҡыуарҙарға, юридик һәм физик шәхестәргә, Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында, БДБ илдәрендә һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәгән граждандарға, башҡорт халҡының социаль-иҡтисади хәле, рухи-мәҙәни торошо һәм телен үҫтереү проблемаларына битараф булмаған, тыныслыҡ, татыулыҡ һәм тотороҡлолоҡто өҫтөн күргән бөтә кешеләргә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреүгә хәлдәренән килгән тиклем өлөш индереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәбеҙ.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Халыҡ-ара ижтимағи берләшмәләр союзы реквизиттары:

р/с 40703810700000000149

в филиале ОАО «УралСиб» г. Уфа

БИК 048073770

к/с 30101810600000000770

ИНН 0274095117

КПП 027401001

Ойоштороу комитеты".