10 декабрь, Шәмбе

16 февраль 2010 йыл, 11:40

2009 йылда Башҡортостанда 10 яңы нефть ятҡылығы асылған

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан – ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтары буйынса уникаль төбәк. Бөгөн республикала 60-тан ашыу минераль сеймал төрө бар, өс меңдән ашыу ятҡылыҡ асылған. Был турала «Башинформ»да үткән матбуғат конференцияһында БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов һөйләне. 2009 йылда ғына Башҡортостан геологтары 10 яңы нефть ятҡылығын асҡан.

Рәсих Ағзам улы көрсөк күренештәре тармаҡтағы эштәр торошонда етди сағылыуы тураһында һөйләне. Углеводород сеймалына хаҡтар бер баррель өсөн 40-50 долларға тиклем кәмегән. Алтынға, төҫлө металдарға хаҡтар ныҡ кәмеүе күҙәтелә. Былар барыһы ла  республиканың ҡаҙылма байлыҡтар табыу предприятиелары эшмәкәрлегендә сағылмай ҡалманы. Республикалағы эске сәйәси һәм иҡтисади хәлдең имен булыуы, БР Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы саралар күреүе арҡаһында, дөйөм алғанда, тармаҡта хәл тотороҡло. Бөтә ятҡылыҡтар үҙләштереүгә тапшырылды. Потенциаль инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылды.

2009 йылда республика биләмәһендә нефть һәм  газ табыу менән биш ойошма шөғөлләнә: «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башминерал», «Аксаитовнефть», «Ергән» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Винка» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Бөтәһе республикала 191 нефть һәм газ ятҡылығы иҫәпләнә, шуның 161-е эшкәртелә. Рәсих Хәмитов аңлатыуынса, скважиналарҙың бер өлөшө рентабеллелеге түбән булыу сәбәпле туҡтатылған.

Ведомство башлығы 2010 йылға бурыстар араһында республиканың «Ласселсбергер» һәм «Русджам» кеүек яңы предприятиеларын етерлек минераль сеймал менән тәьмин итеүҙе атаны. Баҡыр колчеданы рудаларын артабан эшкәртеү, яңы ятҡылыҡтар эҙләү алып барыласаҡ.