5 декабрь, Дүшәмбе

16 февраль 2010 йыл, 11:31

3-сө гимназиянан Елена Фролова – Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

3-сө гимназиянан Елена Фролова «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2010» еңеүсеһе тип табылды.  Математика һәм геометрия уҡытыусыһы, биш финалсыны үтеп, был маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Ун өсөнсө йыл рәттән ҡыштың һуңғы айында, февралдә, Өфөлә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы” дөйөм ҡала конкурсының финалы үткәрелә. Быйылғы йылда конкурста 45 уҡытыусы, шул иҫәптән 26-һы – башланғыс кластар һәм предмет уҡытыусылары, башҡалары – башҡорт һәм татар теле, әҙәбиәте уҡытыусылары, ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла Ҡала мәҙәниәт һарайындағы тантаналы кисәгә саҡырылды. Педагогик оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһе шунда асыҡланды ла инде.

Елена Фролова 11 йыл элек мәктәпкә килгән, 3-сө гимназияла һигеҙ йыл хеҙмәт итә. Эшен бик ярата һәм педагогиканан башҡа үҙен күҙ алдына ла килтермәй. Хәйер, бәхетле еңеүсенең үҙе әйтеүенсә, ул мәктәпкә осраҡлы ғына килеп эләккән.

— Эшемә ылыҡтым һәм һөнәрҙең минеке булыуын аңланым, — тп һөйләй ул. — Барыһы ла күңелемә яҡын – балалар, хеҙмәттәштәр менән аралашыу, математикала ла мөмкин булған ижади эш.  

Елена Викторовнаның методик эшенең йүнәлеше – гуманитар профилле кластарҙа математика уҡытыу. Аныҡ фәндәр уҡытыусыһы булараҡ, ул һәр минустың да ыңғай яғы булыуына ышана.

— Һәйбәт уҡытыусы булыуҙың рецебы ябай – иң мөһиме — балалар менән ихлас, ғәҙел һәм бәхетле булыу, шул саҡта барыһы ла килеп сыға, — ти Елена Фролова. – Конкурста еңергә яҡындарымдың, хеҙмәттәштәремдең һәм, әлбиттә, уҡыусыларымдың терәк-таяныс булыуы ярҙам итте. Мин уларҙың ышанысын аҡламай булдыра алманым.

Уҡытыусы күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар һөнәре иҫәпләнә. Ләкин быйылғы йылда кешелектең икенсе яртыһы көтөлмәгәнсә әүҙемлек күрһәтте.

105-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Владимир Раевский һәм «Берҙәмлек» лицейының биология уҡытыусыһы  Игорь Мокрополов конкурста ҡатнашып ҡына ҡалманы, финалға етте. Бынан тыш, Владимир Викторович баш ҡаланың рус теле һәм әҙәбиәте буйынса иң яҡшы йыл уҡытыусыһы тип табылды.

«Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһында Орджоникидзе районының 65-се гимназияһынан Ләйсән Насырова еңде, ә «Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы– 2010»  конкурсында еңеүсе исеменә ошо уҡ Орджоникидзе районынан, 80-се мәктәптән Зөлфиә Ҡаһарманова лайыҡ булды.

Был көндә йәнә ике педагогик ярыш -  – «Йыл тәрбиәсеһе» һәм «Өҫтәмә белем биреү педагогы» призерҙары һәм еңеүселәре бүләкләнде.

Уларҙы ҡотлап, Өфө мэры Павел Качкаев, һуңғы ваҡытта мәғарифҡа ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. Һәм илебеҙҙә ниндәй быуын тәрбиәләнеүе, эш хаҡынан тыш, әхлаҡи аспекттар, уҡытыусыға ниндәй ҡараш булдырылыуына ҡарап, был һөнәрҙең престижына ла бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

темалар: мәғариф