Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Раил Сарбаев: «Етем балалар айырым контролгә алынырға тейеш»

Сәйәсәт

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар айырым контролгә алынасаҡ.

15 февралдә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ошо турала айырып телгә алды.

– Бер бала ла өлкәндәр иғтибарынан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш, – тине ул. – Шулай ҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар айырым контролгә алынырға тейеш.

БР Хөкүмәте Премьер-министры ҡушыуы буйынса балалар тәүлек әйләнәһенә булған белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеген тикшереү буйынса комплекслы комиссия төҙөлгән. Быға бигерәк тә в Ижевскиҙағы (Удмуртия Республикаһы) инцидент сәбәпсе булды, унда мәктәп-интернатта тәрбиәләнеүсе бер нисә бала үҙҙәренең ҡан тамырҙарын киҫергә маташты.

Комиссияның эше суицидтарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән һәм ул бөтә балалар йорттарын һәм интернаттарҙы солғап аласаҡ.

Бындай белем биреү учреждениеларында балаларҙың йәшәү шарттарын һәм был өлкәләге закондарҙың үтәлешен тикшереү, балаларҙан анкета тултырттырыу һәм ситтән килгән белгестәр менән әңгәмәләштереү тәрбиләнеүселәрҙең проблемаларын өйрәнергә һәм инциденттарҙы иҫкәртергә булышлыҡ итәсәк.

Комиссия составына БР-ҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова, БР Мәғариф министрлығы һәм Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы вәкилдәре инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть