9 декабрь, Йома

16 февраль 2010 йыл, 10:18

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә иғтибар ҙур

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә бишенсе урынды һаҡлай. Был турала БР Хөкүмәте ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев хәбәр итте. Ултырыш 2009 йылда республикала торлаҡ төҙөлөшө йомғаҡтарына һәм 2010 йылға Республика маҡсатлы торлаҡ программаһын тормошҡа ашырыу буйынса бурыстарға арналды. Унда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәте башлыҡтары, бүтән рәсми кешеләр ҡатнашты.  

—2009 йылда ике миллион 352 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был 2008 йыл кимәленә тап килә, — тип хәбәр итте Премьер-министр. – Шул иҫәптән муниципаль райондарҙа бер миллион 502,4 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө һәм сафҡа индерелде, был 2008 йыл кимәленә ҡарата 127,1 процент тәшкил итә, ә ҡала округтарында төҙөлөш күләмдәре кәмене – 2008 йылдағы күләмдең 72,7 проценты кимәлендә торлаҡ тапшырылды.

Былтыр Башҡортостандағынан күберәк Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта һәм Краснодарҙа ғына төҙөлгән.

Шулай уҡ аҙ ҡатлы йорттар төҙөү уңышлы бара, 2001 йылдан алып үҫеш күҙәтелә. Былтыр дөйөм майҙаны 1,9 миллион квадрат метрҙан ашыу аҙ ҡатлы йорттар төҙөлгән, был 2008 йыл менән сағыштырғанда 11,9 процентҡа күберәк.

Төҙөлөш тармағындағы хәлдәр тураһында БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимов сығыш яһаны.

Ысынлап та, күптәр торлаҡлы булып ҡыуанған. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр, етем балалар, мәжбүри күскенселәр, радиация эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителеүселәр һәм башҡалар дәүләт тарафынан ҙур ярҙам алған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Йәштәр дәүләт ярҙамын үҙ иңендә тойған, 847 йәш ғаиләнең мөйөшлө булыуы — шуға асыҡ миҫал.

Көрсөккә ҡаршы сараларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә, ул торлаҡ тармағында хәлдәрҙе көйләүгә йүнәлтелгән, шулай уҡ граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса программаларҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән бик күп аҡса йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә биш мең төҙөүсе эш урыны тапҡан, 10,5 мең тирәһе граждан яңы йортҡа күсерелгән. Шәхси төҙөлөш урындарына инженерлыҡ коммуникацияларын үткәреүҙе финанслау өсөн 2009 йылда БР бюджетынан байтаҡ аҡса бүленгән.

1 мартҡа тиклем граждандарҙы күсереү тамамланырға тейеш, тине Раил Сарбаев.

Күп фатирлы торлаҡ йорттар төҙөү иҡтисади көрсөк менән бәйле ҡайһы бер ҡаршылыҡтарға ла осраған. Был банкыларҙың халыҡҡа бик аҙ күләмдә ипотека биреүе менән аңлатыла.

Башҡортостанда 2007 – 2010 йылдарға иҫәпләнгән “Үҙ йортом” аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү республика маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу дауам итә. Бөгөн өс төҙөлөш майҙансығы үҙләштерелә – Шамонин, Жуков һәм Дорогин ауылдарында төҙөлөш ҡыҙыу бара. Тағы ла Йоматау, Зубов һәм Мармылев ауылдары янында төҙөлөш эштәрен башлау күҙҙә тотола. Программа нигеҙендә, эконом-класлы аҙ ҡатлы торлаҡтың бер квадрат метры 11-14 мең һум торасаҡ. 15 төрлө дөйөм майҙаны 54, 72 һәм 90 квадрат метрлы өйҙәр тәҡдим ителә. 2009 йылда бының өсөн дәүләт тос ярҙам күрһәтте – Шамонин һәм Жуков ауылдарында меңгә яҡын аҙ ҡатлы йорт төҙөлдө. БР Хөкүмәте республика район һәм ҡалаларында киләсәктә лә был йүнәлештә эште киң йәйелдерергә планлаштыра. Биш йыл эсендә бөтәһе 10 меңдән ашыу йорт төҙөләсәк.