10 декабрь, Шәмбе

16 февраль 2010 йыл, 10:13

Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән керемдәренә хисап биреүҙе талап итәсәктәр

автор: Сергей Захаров

Республика парламентарийҙары муниципаль хеҙмәткәрҙәр керемдәренә контролде көсәйтергә ниәтләй. 25 февралдә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында, депутаттар “Муниципаль хеҙмәт тураһындағы” закон проектына төҙәтмәләрҙе ҡарай.

Документ, атап әйткәндә, чиновниктарҙы, шулай уҡ муниципаль вазифаларға дәғүә итеүселәрҙе эш биреүсегә шәхси керемдәре һәм мөлкәте хаҡында ғына түгел, мотлаҡ рәүештә ғаилә килемдәре хаҡында ла (ҡатыны йәки ире, бәлиғ булмаған балаларын да өҫтәп) мәғлүмәт биреүҙе бурысы итеп ҡуйған нормаларҙы үҙ эсенә ала. Бындай эштәр муниципалитеттарҙағы коррупция менән көрәшкә һәм профилактикаға йүнәлтелгән. Шулай уҡ был положение 2008 йылдың декабрендә ҡабул ителгән “Коррупцияға ҡаршы эштәр тураһындағы” Федераль законда ла теркәлгән.