5 декабрь, Дүшәмбе

16 февраль 2010 йыл, 9:01

Миңлегөл Санъярова вафат булды

автор: "Башинформ"

2010 йылдың 12 февралендә Социалистик Хеҙмәт Геройы, 3-сө төҙөлөш тресы ветераны Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы Санъярова оҙаҡ ауырығандан һуң 81-се йәшендә вафат булды.

М.Ә. Санъярова 1929 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Үзбәк ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген туған колхозында башлай. Ауыр һуғыш йылдарының бөтә михнәттәре уның иңенә төшә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн М.Ә. Санъярова “1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

1956 йылда М.Ә. Санъярова ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә һәм 3-сө төҙөлөш тресында эш башлай. Хеҙмәт биографияһының өс тиҫтәгә яҡын йылын ул ошо тресҡа арнай. Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы бында эшсе, ҡыйыҡ ябыусы, унан һуң ташсы булып эшләй. Ошо йылдарҙа ул сәнәғәт һәм социаль объекттар, торлаҡ төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнаша.

1975 йылдың 6 авгусында Өфө ҡалаһы төҙөлөшөндәге хеҙмәттәре өсөн М.Ә. Санъяроваға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем бирелә. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм бик күп миҙалдар менән билдәләнә.

М.Ә. Санъярова ҡушылған эшкә һәр саҡ яуаплы ҡарашта булды, ҙур тырышлыҡ һалды. Ул ихласлығы, күңел ябайлығы, баҫалҡылығы һәм кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәте кеүек һоҡланғыс сифаттары менән айырылып торҙо. Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы яҡшы әсә, ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләне.

Сағыу шәхес, һоҡланғыс кеше Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы Санъярова хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологка Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.

темалар: некролог