9 декабрь, Йома

15 февраль 2010 йыл, 18:32

Синоптиктар йылы ҡарлы аҙна вәғәҙә итә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Был аҙнала һауа торошо бер аҙ йылытасаҡ. Шишәмбе һауа температураһы минус 6-9 градус тирәһе буласаҡ. Көн буйына ҡар яуыуы көтөлә. Секундына 4-5 метр тиҙлектә ел иҫәсәк.

Шаршамбы көндөҙ минус 7 градус булһа, төнөн минус 21 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөң тәүге яртыһында ҡар яуыуы ихтимал.

Февралдең һуңғы аҙналарында ла төнгө һәм көндөҙгө температураларҙың ныҡ ҡына айырылыуы һаҡланасаҡ. Яҙға ла ҡырыҫ һауа торошо хас буласаҡ.  

темалар: һауа торошо