8 декабрь, Кесе йома

15 февраль 2010 йыл, 18:20

“Иң яҡшы төбәк гәзите” конкурсына эштәр ҡабул итеү 24 февралдә тамамлана

автор: Любовь Колоколова

«Иң яҡшы төбәк гәзите – 2009» IV Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсына эштәр ҡабул итеү 24 февралгә тиклем оҙайтыла. Ул Бөтә донъя редакторҙар форумы һәм Халыҡ-ара журналистика үҙәге ярҙамында АНРИ (Бойондороҡһоҙ төбәк нәшриәтселәре ассоциацияһы) менән берлектә «Яңы Евразия» Фондының киң мәғлүмәт сараларына ярҙам программаһына ярашлы ойошторолған.

Конкурсҡа 2009 йылда баҫылған эштәр «Иң яҡшы аңлатма материал», «Иң яҡшы журналист тикшереүе», «Уҡыусылар менән иң яҡшы кире бәйләнеш»,  «Иң яҡшы фото», «Иң яҡшы акция», «Иң яҡшы редакция колонкаһы», «Иң яҡшы балалар бите (йәки ҡушымтаһы)» һәм «Иң яҡшы йәштәр гәзите» номинациялары буйынса ҡабул ителә. Конкурстың төп номинацияһы — «Иң яҡшы төбәк гәзите».

Конкурс тураһында ентекле мәғлүмәттәр www.bestnewspaper.ru сайтында бирелгән. Ошонда уҡ элекке конкурста еңеүселәрҙең эштәрен ҡарарға мөмкин.