4 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2010 йыл, 17:54

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Финляндияға бара

автор: Эльвира Латипова

16-17 февралдә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы Финляндия Республикаһына эш сәфәре менән бара.

Делегация Финляндияла ҡулланылған ағасты тәрән эшкәртеү технологиялары менән танышасаҡ. Сеймал әҙерләүҙән алып һуңғы продукция етештереүгә тиклем ағас эшкәртеүҙең бөтә стадиялары алып барылған ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларына барыу планлаштырыла. Белгестәрҙе йылылыҡ һәм электр энергияһы, ағас йорттар, йыһаздар, столяр изделиелары етештереү ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ ағас сеймалы һәм ҡалдыҡтар эшкәртеү өсөн технологик ҡорамалдар ҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

17 февралдә делегация Финляндияның Jarvilakia Ағас сәнәғәте ассоциацияһы президенты Ристо Уитти менән осрашасаҡ.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, делегация составына БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрының беренсе урынбаҫары Вилорий Якупов, урман хужалығы министры урынбаҫары Ғәлим Асҡаров инәсәк.

Сәфәрҙең маҡсаты – Башҡортостандың Финляндияның ағас эшкәртеү өлкәһендәге эшлекле берләшмәһе менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен ҡарау.