7 декабрь, Шаршамбы

15 февраль 2010 йыл, 17:32

Григорий Рапота телерадиокомпаниялар етәкселәрен килешеп эшләргә саҡырҙы

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың 12 февралендә Түбәнге Новгородта Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота округтағы Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк филиалдары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе.  

Осрашыу барышында Григорий Рапота, Тулы хоҡуҡлы вәкил аппаратының Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы һәм уның төбәк филиалдары менән күп йылдар уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе дәүләт мәғлүмәт сәйәсәте бурыстарын уңышлы тормошҡа ашырыу факторҙарының береһе булып тора, тип билдәләне.

Григорий Рапота дәүләт телерадиокомпанияһы етәкселәренә тулы хоҡуҡлы етәкселектең Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса эштең төп йүнәлештәре, округ төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеш концепцияһын эшкәртеү һәм Волга буйы федераль округының балалар йорттарына ярҙам һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль адаптация буйынса “БАЛАЛЫҠТЫ ҠАЙТАРЫУ” проекты тураһында һөйләне.

Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк филиалдары директорҙары Тулы хоҡуҡлы вәкиллек менән округ төбәктәренең дәүләт телерадиокомпанияларының 2010 йылдың мөһим ваҡиғаларын: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеүҙе, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙе мәғлүмәти тәьмин итеү буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында һөйләшеп килеште.  

Бынан тыш, осрашыу барышында «Россия» телеканалында 2003 йылдан бөтә төбәктәр эфирына сыҡҡан «Волга буйы федераль округы хәбәрҙәре» аҙналыҡ мәғлүмәт программаһына өҫтәп округ телевизион проекттарын булдырыу буйынса бөтә филиалдарҙың берлектәге эшен дауам итергә әҙерлек раҫланды.