8 декабрь, Кесе йома

15 февраль 2010 йыл, 16:49

Ҡоролтай Президиумы республика парламентының сираттағы ултырышы датаһын тәғәйенләне

автор: Сергей Захаров

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы республика парламентының сираттағы 22-се ултырышын үткәреү датаһын һәм көн тәртибен раҫланы. 25 февралдә депутаттар 33 мәсьәлә ҡараясаҡ. «Бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһында» һәм «Мәҙәниәт тураһында» БР Закондарына төҙәтмәләрҙе өсөнсө һуңғы уҡыуҙа тикшерергә планлаштыралар.

«Дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан профессиональ әҙерләү, квалификацияһын күтәреү һәм стажировка үткәреү тураһында», «Халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында», «Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында», «Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында», «Мәғариф тураһында», «Урындағы үҙидара органдарына тәғәйенләнеше буйынса дәүләт вәкәләттәре йөкмәтеү һәм баланы ғаиләгә тәрбиәгә тапшырғанда бер тапҡыр бирелә торған пособиелар түләү тураһында» республика Закондары проекттарына төҙәтмәләр икенсе уҡыуға ҡуйылды.

Ике закон проекты — «БР-ҙа административ биналарҙың һәм хеҙмәт биналарының хоҡуҡи статусы тураһында» һәм «Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында» БР Законының 55 статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» — икенсе уҡыуҙа һәм тотош ҡабул итеүгә тәҡдим ителде.

БР дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ойоштороу өлкәһендә Башҡортостандың айырым закон акттарына, шулай уҡ «Дәүләт граждандар хеҙмәте тураһында», «Муниципаль хеҙмәт тураһында», «Урындағы үҙидара органдарына айырым дәүләт вәкәләттәре йөкмәтеү тураһында», «Лизинг эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында», «Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында», «Ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында», «Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында», «Бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» Закондарҙың айырым статьяларына үҙгәрештәр беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.

Бынан тыш, республика парламенты Рәсәй Дәүләт Думаһына «РФ Хөкүмәте тураһында» Федераль конституция законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итеп инициатива менән сығырға ниәтләй.  

Бөгөн Президиумда Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, 25 февралдә, парламент ултырышы сиктәрендә, Башҡортостан Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауы көтөлә.