4 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2010 йыл, 15:40

Бөгөн – Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 21 йыл

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 21 йыллығын билдәләйҙәр. Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы конфликтта илебеҙ 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты. Өҫтәүенә, тиҫтәләгән мең йәш егеттәрҙең ғүмерен аҫтын-өҫкә килтерҙе.

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереү сәбәбе булып 1979 йылдың 8 октябрендә Афғанстандың Халыҡ-демократик партияһына нигеҙ һалыусы Нур Мөхәммәд Таракиҙы үлтереү хеҙмәт итте. 1979 йылдың 12 декабрендә  КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы рәсми рәүештә Афғанстанға ғәскәр индереү һәм Советтар Союзы тарафынан был дәүләткә хәрби ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тәүге совет частары Афғанстанға 1979 йылдың 25 декабрендә генерал-лейтенант Юрий Тухаринов командованиеһындағы 40-сы армия составында индерелә.

Хәрби хәрәкәттәр барышында контрреволюцион түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Афғанстан башлығы вазифаһын биләп алған Афған оппозицияһы башлығы Хафизулла Әминде алып ташлау буйынса операция үткәрелә. Бабрак Кармаль етәкселегендә сираттағы власть алмашҡандан һуң Афғанстанда урынлаштырылған режим тулыһынса совет хәрби, техник һәм финанс ярҙамына бәйле була. Шул уҡ ваҡытта баш күтәреүселәр төркөмдәренә АҠШ яғынан ярҙам күрһәтелә.

1986 йылда Афғанстанда сираттағы дәүләт түңкәрелеше була, уның һөҙөмтәһендә властан алынған Бабрак Кармаль урынын Афғанстан президенты итеп һайланған Мөхәммәд Наджибулла биләй.

1988 йылда СССР һәм АҠШ властары Афғанстандың эске эштәренә ҡыҫылмау тураһында һөйләшеп килешә. 1988 йылдың майында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу башлана, ул 1989 йылдың 15 февралендә тамамлана.

Афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Шуларҙан 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтмай.

Традицион рәүештә 15 февраль көнө – ул һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу ғына түгел, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдереү ҙә.