Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

2010 йылдың иң яҡшы мастеры Бәләбәй профессиональ лицейында уҡыта

Йәмғиәт

Бәләбәйҙән 40-сы профессиональ лицей мастер-электросварщигы Регина Шәмсетдинова башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының уҡытыусы-мастерҙары араһындағы профессиональ оҫталыҡ республика конкурсында иң яҡшыһы тип танылды. Был турала БР Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.

Икенсе һәм өсөнсө урындар Учалы ҡалаһының 30-сы һөнәрселек училищеһы ашнаҡсы-кондитеры Гөлнара Шакироваға һәм Мәләүездең 42-се профессиональ лицейы бесеүсеһе Оксана Игнатьеваға бирелде.  

Республикала «Йыл оҫтаһы»  конкурсы икенсе тапҡырына үткәрелә. Уның маҡсаты — иң яҡшы производствоға өйрәтеү мастерҙарының педагогик эш тәжрибәһен яҡлау һәм таратыу, профессиональ бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм киңәйтеү, белем биреү процесына яңы педагогик технологияларҙы индереү.

Беренсе училище этабында конкурста 97 башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһынан 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Стәрлетамаҡта үткән финалда туғыҙ зона уҡыу-методик берекмәһе вәкилдәре сыҡты.  

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть