Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Хәләл индустрия үҫешә

Йәмғиәт

2010 йыл башында Башҡортостан предприятиеларының исламдың билдәле бер талаптарын күҙәтеп, хәләл продукция сығарыуға ҡыҙыҡһыныуы арта.

Беренсе сиратта, был тенденция ит эшкәртеү сәнәғәтендә сағылды. Мәҫәлән, ғинуар аҙағында Дүртөйлө ит комбинатында шәриғәт ҡанундарына ярашлы колбаса изделиелары һәм ярымфабрикаттар сығарыла башланы. Шулай уҡ «Турбаҫлы бройлерҙары», «Башҡорт», «Өфө» ҡошсолоҡ фабрикалары продукцияһы ла “Хәләл” стандартына тап килеүгә сертификация үтте. Февраль башында Өфөнөң ике шәхси предприятиеһында хәләл ит ярымфабрикаттары сығарыу юлға һалынды.

Ит сәнәғәте менән бер рәттән медицина учреждениелары ла “Хәләл” стандартына ярашлы сертификация үтә башланы. Шишәмбе көнө Өфөлә Башҡортостанда беренсе хәләл поликлиника асыласаҡ, унда пациенттарҙы традицион медицина хеҙмәтләндереүе менән бер рәттән махсус рәүештә мосолмандар өсөн “пәйғәмбәр медицинаһы” хеҙмәтләндереүҙәре лә индереләсәк – ҡара әнис майы, бал менән дауалау, ваккум массажы һәм башҡалар.  

Бөгөн хәләл продукция етештереүгә бөтә донъяла ҙур иғтибар бирелә. Хәләл төшөнсәһе аҙыҡ-түлектән тыш, кейем-һалымға ла, биҙәнеү сараларына, хатта китаптарға ла ҡағыла. Илебеҙҙә 20 миллион мосолман йәшәү сәбәпле, был баҙар Рәсәй етештереүселәрен дә бик ҡыҙыҡһындыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть